+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
18 Ноябрь 2023, 07:20

Әкиәт һарайылай буласаҡ

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры декабрь аҙағында асыласаҡ. Ҡурсаҡтар ике йылға яҡын төҙөкләндерелгән өйҙәренә ҡайтасаҡ.

Әкиәт һарайылай буласаҡӘкиәт һарайылай буласаҡ
Әкиәт һарайылай буласаҡ

22 декабрҙә унда Яңы йыл тамашалары башланасаҡ. Ә театр бинаһы әкиәт һарайылай матурайған. Янында Шүлгәнташ, Торатау, Турахан мавлолейы, Тыуған ил-Әсә саҡыра - бөтәһе 12 объекттың бәләкәй күсермәләренән аллея була. Тамашасыларҙы Урал батыр, Һомай, Ҡыҙыл ҡалпаҡ, Мәскәй әбей һәм башҡа геройҙарҙың фигуралары ҡаршылаясаҡ. Шулай уҡ асыҡ һауала тамашалар ҡуйыу өсөн амфитеатр ҙа бар. Ә эсенең матурлығын үҙегеҙ барып күрерһегеҙ, дуҫтар. Яңыртылған ҡурсаҡ театрынан тамашасылар өҙөлмәҫ, Алла бирһә, башҡорт телендәге спектаклдәргә милләттәштәребеҙ күпләп йөрөр, тип ышанабыҙ.

Фото: teatrkukol.

Әкиәт һарайылай буласаҡ
Әкиәт һарайылай буласаҡ
Әкиәт һарайылай буласаҡ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас