15 ноябрҙә Иҫке Монасип мәктәбе ихатаһында тағы ла бер тарихи обьектты асыу тантанаһы үтте. "Газ-63" маркалы йөк машинаһы эргәһендәге постаменттан урын алған "ДТ-20" тракторы ауыр хеҙмәт башҡарған тракторсы һөнәренә ихтирам күрһәтеү, мәктәп ихатаһын, ауыл йөҙөн зауыҡландырыу, күркәмләндереү өлгөһө ине.
Бындай маркалы тракторҙар Харьков заводында 1958 йылдан 1969 йылға тиклем етештерелә. Уны мәктәп етәксеһе Данил Камил улы Ҡотлобаев шәхсән үҙе ауылыбыҙ эшҡыуары Фәһим Ҡунафин менән Силәбе өлкәһенән алып ҡайта. Был тарихи ҡомартҡы мәктәптең оҫта ҡуллы хеҙмәткәрҙәре Вәлиев Ғәзинур, Ишемғужин Гәрәй, Муллағолов Ғәзим, Рәхмәтуллин Сынбулат, Ҡунафин Юлдаш тарафынан реставрация эшләнеп, сыньяһау итеп яңыртылғайны. Сығымдар талап иткән был эштә эшҡыуар Көҫәпҡолов Зөфәр Мөхәмәтулла улының да ярҙамы ҙур була.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, Иҫке Монасипҡа 1930 йылдар аҙағында тимер тәгәрмәсле СХТЗ-15/30 маркалы трактор килә, унда башлап Сөләймән Ғәззәле улы эш башлай. Ә һуғыштан һуңғы йылдарҙа ауылда Ғәйнихаят Моталлап ҡыҙы Муллағолова тимер атты йүгәнләй. 1940 йылдарҙа ауылға килгән сылбырлы тәгәрмәсле (гусеницалы) С-60 «Сталинец» маркалы ауыр тракторҙарҙа Нурмөхәмәт һәм Ниәтша Муллағоловтар йөрөй.
Мәктәптең ДТ-74 тракторында иһә 1970 йылдарҙа "Почет билдәһе" ордены кавалеры Ҡунафин Фәрит Хисаметдин улы тәүгеләрҙән булып эш башлай. Унан һуң Муллағолов Әмир Шәрәфулла улы яңы ДТ-75 маркалы тракторҙа оҙаҡ йылдар эшләп хаҡлы ялға сыға. 1980 йылдарҙан трактор буйынса индерелгән дәрестәрҙе Бикмәтов Вилдан Кәшәф улы, Ғиззәтуллин Рәис Мөҙәрис улы уҡыта. Ауылыбыҙҙа бөтәһе 69 тракторсы иҫәпләнә. Уларҙың исем-шәрифе трактор алдындағы таҡтаташта уйып яҙылған.
Бөгөнгө сара колхоз тарихын, ауыл эшсәндәренең үткән яҙмышын сағылдырған, киләсәк быуында хеҙмәткә, техник һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиләүҙә мөһим роль уйнаған трактор һәйкәленең кәрәкле һәм урынлы икәнлеген дәлилләне. Тантанаға килгән мәртәбәле ҡунаҡтар ҙа, үҙ ваҡытында тракторсы булып эшләгән ағай-апалар ҙа ошо хаҡта һүҙҙәрендә әйтеп үтте, йөҙҙәрендә сағылдырҙы, күҙҙәрендә күрһәтте.
Бәләкәй генә сағынан руль артына ултырырға хыялланып, ошо хыялы тормошҡа ашып, ғүмер буйы механизатор булып эшләп, әле хаҡлы ялдағы 9-сы тиҫтәне ҡыуған Фәрит Хисаметдин улы Ҡунафиндың шатлығы күңеленә һыймай, йөрәкһеп, телмәр тотоуы - үҙе үк мәктәп етәкселегенең дөрөҫ йүнәлештә эш алып барыуы хаҡында һөйләй ине.
Бөгөнгө көн тарихта ҡалһа ла, трактор үҙе һәр саҡ тарих һөйләр.
Динара ҠОТОЛОБАЕВА..
Бөрйән районы.
Булат ТИМЕРҒӘЛИЕВ фотолары.