

Башҡортостанда "Вожатый - ғорур яңғырай" тигән республика вожатыйҙар фестивале үтте. Унда бөтә райондарҙан 200 вожатый ҡатнашты. Маҡсат - йәйге лагерҙарҙа эшләү өсөн кадрҙар әҙерләү. Программала лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, тәжрибәле вожатыйҙар менән команда уйындары, интеллектуаль квиз һәм квестар ҡаралған ине.
Фото: education.bashkortostan.