

"Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты буйынса булдырылған бүтән арт-объекттар ҙа милли биҙәктәр менән эшләнгән.
Башҡорт дәүләт филармонияһы янына ярым ай рәүешендә яһалған эскәмйә ҡуйылған. Салауат Юлаев баҡсаһында - ҡулдар ярҙамында эшләнгән йөрәк рәүешендәге фотозона. "Родина" кинотеатры янындағы, Мостай Кәрим скверындағы башҡорт биҙәктәре менән биҙәлгән түңәрәк эскәмйәләр ҙә халыҡҡа оҡшар. Бындай урындар федераль субсидияға тормошҡа ашырыла. Өфө ҡалаһы ҡаланың туристик кодын проектлау буйынса Рәсәй конкурсы еңеүселәре исемлегенә ингән.
Фото: ufacity.