

"КЕНДЕК" (Сибай 3-сө һанлы республика полилингваль күп профилле интернат-гимназияһы);
БАШҠОРТТАР.RU (Республика инженер лицей-интернаты);
"СӘТӘКӘЙ" (Өфө ҡалаһының 48-се башҡорт лицейы);
"БАШ БАРМАҠ" (Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы);
"XX ЦЕНТРАЛ" (Мостафина Фатима Хәмит ҡыҙы исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы);
"БАРЫБЕР" (Өфөнөң башҡорт уҡыусылары йыйылма командаһы);
"БАЛАЯНДАР" (Нефтекама ҡалаһының башҡорт гимназияһы).
Республика башҡорт лицей-интернатының "Башҡорттар.ru" КВН командаһы 2003 йылда булдырыла.
Команданың беренсе етәксеһе - Рөстәм Рәил улы Аҙнабаев. Тәүге уйынсылары - Артур Сәлимов, Руслан Вәхитов, Батыр Баязитов, Денис Әбдрәхимов, Вадим Ниғмәтуллин, Илшат Сынбулатов, Айнур Дәүләтбаев, Артур Ғилметдинов, Данил Ямалетдинов, Илдар Әхмәткиреев, Тәлғәт Ғалимйәнов, Тимур Баянов, Хәлил Усманов, Илис Иҡсанов, Руслан Әбдрәхимов. Бөгөнгә тиклем 80-ләп лицеист уйнаған.
"Башҡорттар.ru" "Шаяниум"да күп тапҡырҙар еңеүсе булды, призлы урындар яуланы. Башҡортостандан ситтә лә уңышлы сығыш яһайҙар.
Юбилей айҡанлы уйын Өфө дәүләт нефть-техник университетының Йәштәр һарайында (Беренсе май урамы, 14) сәғәт 2-лә башлана. Инеү ирекле. Юмор яратыусылар, рәхим итегеҙ.