

Белореттағы 8-се мәктәпте капиталь төҙөкләндереү бик оҙаҡ дауам иткән. Ниһайәт, декабрҙә ул тамамланасаҡ. Ә Яңы йылдан һуң уҡыусылар үҙҙәренең белем усағында уҡый башлаясаҡ. Мәктәп элек 300 урынлыҡ булһа, хәҙер - 800 кешелек. Ҙур спорт залы, скалодром булыуы ла белореттар өсөн бик ҡыуаныслы. Тура бәйләнешкә сыҡҡан ата-әсәләр комитеты ағзалары Радий Фәрит улына рәхмәттәрен белдереп, мәктәпте асыу тантанаһына саҡырҙылар. Республика етәксеһе: "Белоретта күптән булғаным юҡ, эш графигын ҡарарға кәрәк, барырға тырышырмын", - тип яуапланы. Республика буйлап тәүге эш сәфәрҙәренең береһендә был мәктәптең бик насар хәлдә булыуын да иҫкә алып үтте.
Фото: bashinform.