+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
30 Ноябрь 2023, 06:43

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына - Яңы йыл бүләктәре

"Тура бәйләнеш"тә Радий Хәбировҡа блогер, хәрби хәбәрсе Ильяс Батыргәрәев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына ҡағылышлы һорау бирҙе.

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына - Яңы йыл бүләктәреМахсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына - Яңы йыл бүләктәре
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына - Яңы йыл бүләктәре

Белем көнөндә беренселәрҙе тәүге тапҡыр мәктәпкә оҙатыу буйынса акция ойошторолғайны. Яңы йылға ла ошондайыраҡ акция үткәреләсәкме? 

Әйткәндәй, былтыр МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына Шыршы байрамдары үткәрелеп, Радий Хәбиров исеменән махсус бүләктәр тапшырылғайны. 

"Беҙ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына Яңы йыл бүләге бирергә хәл иттек. Өлгөләр ҙә ҡараныҡ. Мин уның кәнфит кенә түгел, файҙалы әйбер булыуын теләйем. Миңә бер малайҙың фотоһын ебәрҙеләр, ә рюкзакта: «Уҡы, үҫ, ҡыйыу бул! Р. Хәбиров», — тигән һүҙҙәр яҙылған. Ул малай шундай ғорур! Шуныһы мөһим, Яңы йыл бүләктәрен ғәҙәти рәүештә тапшырырға кәрәкмәй, ә дөрөҫ итеп, ойошҡанлыҡ менән, аталарына хөрмәт менән тапшырырға кәрәк. Бөтә балалар ҙа ошондай ҡотлауҙар аласаҡ. Һәр муниципалитеттың үҙ йолаһы бар, әммә был ысын акция буласаҡ», - тип белдерҙе ул. 

Фото: былтырғы Яңы йыл бүләге ошондай ине.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас