+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
4 Декабрь 2023, 09:52

1 мең уҡыусы ҡатнашасаҡ

Уҡыусыларҙың республика шыршы байрамы быйыл 27 декабрҙә уҙасаҡ. 

Был турала Башҡортостан мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин бөгөнгө оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. 

Яңы йыл байрамына республиканың төрлө тарафтарынан уҡыу отличниктары, олимпиада, конкурс, спорт ярыштары еңеүселәре, шулай уҡ хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәр һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, күп балалы ғаиләләрҙән, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар саҡырыла.  1 мең уҡыусы килеүе көтөлә.

Фото: yanshishma.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас