

Тәүҙә Арслан һәм уның әсәһе өсөн Республика менән идара итеү үҙәге буйлап экскурсия ойошторолдо. Шунан Радий Хәбиров уларҙы үҙенең эш кабинетында ҡабул итте.
Әлеге ваҡытта ғаилә башлығы һәм өлкән улдары махсус хәрби операцияла икән. Осрашыу барышында атайҙары менән бәйләнешкә сыға алғандар. "Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ. Ғаиләгеҙ өсөн борсолмағыҙ, республика хәстәрлек күрә, ярҙам итә. Яҡташтарға минән сәләм әйтегеҙ", - тигән Радий Фәрит улы.
Арсландың әсәһе әйтеүенсә, аталары улдарын бәләкәйҙән спортҡа ылыҡтырып, әрме хеҙмәте, тыуған ил тарихы менән ҡыҙыҡһындырып, илһөйәр егеттәр итеп үҫтергән. Арслан да яуаплы, ҡыйыу. Кадет училищеһына уҡырға инергә теләй.
- Бик шатмын! Ысынын әйткәндә, беҙҙең мөрәжәғәтте күрерҙәр, Радий Фәрит улы Хәбиров менән осрашырбыҙ, уның менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшермен, тип көтмәгәйнем. Миңә барыһы ла оҡшаны, кабинет та, тәҙрәнән бик матур күренеш тә. Үҙем, пландарым тураһында һөйләнем. Был осрашыу, әлбиттә, хәтерҙә бик оҙаҡ һаҡланасаҡ, - тип тәьҫораттары менән бүлеште Арслан.
Фото: glavarb.