

Дәүләт Думаһы Рәйесе Вячеслав Володин белдереүенсә, уҡытыусылар һәм атай-әсәйҙәр уҡыусыларҙың дәрес барғанда телефон ҡулланыуын тыйыуҙы күптән һораған. "Ҡанунға үҙгәрештәр индереү тәртипте яҡшыртыр, балалар иғтибарҙарын смартфонға йүнәлтмәҫ. Ҡабул ителгән ҡарар белем биреү сифатын, уҡытыусының абруйын күтәрер, синыфта тере аралашыуға булышлыҡ итер", - ти ул.
Ҡанунға ярашлы, телефонды мәктәптә кешенең һаулығына һәм ғүмеренә хәүеф янағанда ғына ҡулланырға мөмкин буласаҡ. Уҡыу буйынса кәрәк булһа, балалар мәктәп гаджеттарын ҡулланасаҡ.
Бына шулай көн бөттө телефондарға. Дәрес ваҡытында китап-дәфтәре менән смартфоны, айфоны йәнәшә ятҡан, уҡытыусы яңы теманы аңлатҡанда ла унан күҙен алмаған уҡыусылар хәҙер ни эшләр инде!? Улай ғынамы һуң әле, йәшерен-батырын түгел, күптәр контроль эш ваҡытында күсерергә, бер-береһенә яуаптарын ебәрергә лә тартынмай ине. Ысынлап та, ҡанун тейешле кимәлдә үтәлһә, уҡыусылар уҡыуға етдиерәк ҡарар, телефондарына түгел, ә үҙ белемдәренә генә ышаныр, тигән өмөт тыуа.
Фото: yandex.