+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
9 Декабрь 2023, 14:44

"Ноғман Мусин уҡыуҙары" үтте

Быйыл Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы иҫтәлегенә "Ноғман Мусин уҡыуҙары" икенсе тапҡыр ойошторолдо. Былтыр Ишембай ҡалаһында, ә быйыл Әхмәр ауылында үтте.

"Ноғман Мусин уҡыуҙары" үтте"Ноғман Мусин уҡыуҙары" үтте
"Ноғман Мусин уҡыуҙары" үтте

Баһалама комиссияһы ағзаһы, шағирә Тамара Юлдашева "Бәйләнештә" селтәрендә ижади бәйге тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

"Күңелдә – әле һаман Ноғман Мусин уҡыуҙары тыуҙырған йылылыҡ, ҡәрҙәшлек, берҙәмлек тойғолары. Уны ойоштороусы әсәле-уллы Дамира һәм Урал Таһировтар, Ноғман Мусиндың Йорт-музейы директоры Лилиә Шәйхрахман ҡыҙы был сараға шундай күңел нурҙарын һалған, унда ҡатнашҡан уҡыусылар, уҡытыусылар, баш ҡаланан килгән ҡунаҡтар йөрәгендә ул нурҙар бик оҙаҡ һаҡланыр.
Беҙ жюри составында балаларҙың Ноғман Мусин әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе яттан һөйләү буйынса ярышын баһаланыҡ. Әйтергә кәрәк, балалар бик талантлы! Беренсе өс урынға тик иң-иңдәр генә сыға алды! Ә һайлап алыу хатта ҡыйыныраҡ та булды. Бына мин үҙем баһалама рәйесе булған төркөмдә – Ишембай ҡалаһы мәктәптәре төркөмөндә генә лә башҡортса ла, русса ла сығыштар һоҡландырҙы. Баһалау критерийҙары дүртәү: йөкмәткене яттан белеү, тасуирилыҡ, башҡарыу оҫталығы (оригиналлек) һәм сығышты биҙәү саралары. Әҙелбаева Айзель, Ибатуллин Марсель, Силантьева Дарья, Фәтҡуллина Камилла тасуирилыҡ яғынан бөтәһенән дә уҙҙырҙы, тик бына биҙәү саралары булмау арҡаһында ғына призлы урындарға сыға алманы. Ә инде Хәйруллина Яҙгөл, Лебедьков Владимир, Шемелова Яна сағыу сығышын тыуҙырған образына тура килгән кейем йә видео, ҡурай моңо менән биҙәне. Шуға ла улар еңеүселәр булды".

 

"Ноғман Мусин уҡыуҙары" үтте
"Ноғман Мусин уҡыуҙары" үтте
"Ноғман Мусин уҡыуҙары" үтте
"Ноғман Мусин уҡыуҙары" үтте
"Ноғман Мусин уҡыуҙары" үтте
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас