

Республика яңы йыл шыршыһы 27 декабрҙә буласаҡ. Унда ҡатнашыусы балаларға өс көнлөк ял ойоштороласаҡ. Был байрамға республиканың төрлө район-ҡалаларынан уҡыу отличниктары, олимпиада, конкурс, спорт ярыштары еңеүселәре, шулай уҡ хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрбиҙәр һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, күп балалы ғаиләләрҙән, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар саҡырыла. Һәр береһенә яңы йыл бүләге тапшырыласаҡ.
Шулай уҡ һәр ҡала һәм районда ошоға оҡшаш шыршы байрамдары ойоштороласаҡ. Унда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән, етем, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм республикаға күсеп килергә мәжбүр булған граждандарҙың балалары ҡатнашасаҡ.
Фото: "Йәншишмә" гәзите.