

Улар барыһы ла уҡыуҙа, спортта, ижадта алдынғылар. Тантана Рәсәй Президентының Башҡортостандағы ҡабул итеү йортонда үткән.
Алексей Касьянов шулай уҡ Өфөнән III синыф уҡыусыһы Мария Веремееваға Президенттың автографлы портретын бүләк иткән. Ҡыҙ Владимир Путинға хат яҙған һәм автографлы портретын һораған булған. Шулай уҡ киләсәктә уның менән хоккей уйнарға хыялланыуы тураһында белдергән. Әсәһе Эльвира Веремеева әйтеүенсә, Мария яҡшы уҡый, "Ағиҙел" хоккей клубында шөғөлләнгән, хатты үҙе яҙған һәм яуап алыуына бик шат. Бүләген алырға әсәһе, ағаһы менән өсәүләп килгәндәр.
Фото: bashinform.