+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
16 Декабрь 2023, 11:36

"Беренселәр" Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йыйылды

15 декабрҙә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа "Беренселәр хәрәкәте" Бөтә Рәсәй балалар ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе конференцияһы уҙҙы. 

"Беренселәр" Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йыйылды"Беренселәр" Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йыйылды
"Беренселәр" Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йыйылды

Унда республика төбәктәренән иң әүҙемдәр һәм уларҙың остаздары йыйылды. Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова,  Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев,  Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҙа ҡатнашты. Төбәк бүлексәһе советы рәйесе Ранис Хәсәнов 2023 йылға йомғаҡ яһаны.

Шулай уҡ киләһе йылда ил кимәлендә үтәсәк съезға 15 делегат һайланды.

Әле Башҡортостанда "Беренселәр хәрәкәте"нең 1328 беренсел ойошмаһы бар. 61 муниципалитетта ойошманың үҙәктәре асылған. Ранис Хәсәнов әйтеүенсә, 16 ҙур төбәк һәм федераль проект тормошҡа ашырылған. Был саралар йәш быуында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. 2024 йылдың апрель аҙағына тиклем иң әүҙем "беренселәр", йәғни  2,5 мең ҡыҙ һәм егет Мәскәүгә "Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмә-форумына барасаҡ.

"Беренселәр хәрәкәте" эше әүҙемләшә, уның сафына баҫыусылар күбәйә. Ойошма һәр балаға үҙенең һәләттәрен асырға, үҙҙәрен күрһәтергә, төрлө өлкәлә һынап ҡарарға, үҫергә ярҙам итә. Ә һеҙ был ойошмаға индегеҙме әле?

Фото: vk.com (Арина Гиниатуллина).

"Беренселәр" Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йыйылды
"Беренселәр" Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йыйылды
"Беренселәр" Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йыйылды
"Беренселәр" Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йыйылды
"Беренселәр" Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йыйылды
"Беренселәр" Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йыйылды
"Беренселәр" Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа йыйылды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас