

Радий Фәрит улы 2023 йылда "Мәктәп белем биреү системаларын модернизациялау" федераль программаһы буйынса төҙөкләндерелгән 1-се Төркмән мәктәбен инеп күргән. Башҡорт теле кабинетында, сенсор бүлмәһендә, тамаша һәм спорт залдарында булған. Шулай уҡ башланғыс синыф уҡыусыларын "Рәсәй бөркөттәре"на ҡабул итеү тантанаһында ла ҡатнашҡан.
— Тырышып уҡығыҙ. Нәҡ ошондай ауылдар, бәләкәй ҡалаларыбыҙҙан бөйөк ғалимдар, рәссамдар, етәкселәр сыға. Барығыҙға ла уңыштар теләйем. Алға ынтылығыҙ. Ә беҙ һеҙгә гел ярҙам итербеҙ. Эштәрегеҙ уң булһын! — тигән Башҡортостан Башлығы балаларға.
Фото: glavarb.