

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының махсус хәбәрсеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәмзиә Кәримова-Байбулатова былтыр тыуған мәктәбендә тырышып уҡыған, телде, әҙәбиәтте яратҡан уҡыусылар өсөн премия булдырғайны. Быйыл да өс телһөйәргә бүләген тапшырған. Премияға лайыҡ булған Әбйәлил районы Әбделмәмбәт мәктәбенең IX синыф уҡыусыһы Фидан Күсәрбаев, VIII синыфтан Рита Диярова, етенсенән Дарина Таһирова өсөн был йыл шундай ҡыуаныслы ваҡиға менән иҫтә ҡаласаҡ. Афарин!