+1 °С
Облачно
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
19 Декабря 2023, 11:12

Колледждарҙа ҡаҙна урындары артасаҡ

Республиканың урта махсус һөнәри белем биреү учреждениеларында 2024 йылда ҡаҙна урындары арттырыласаҡ. Был турала 2023 йылғы Мөрәжәғәтнамәһендә Радий Хәбиров белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Колледждарҙа ҡаҙна урындары артасаҡКолледждарҙа ҡаҙна урындары артасаҡ
Колледждарҙа ҡаҙна урындары артасаҡ

"Республика предприятиеларында ниндәй һөнәрҙәр буйынса белгестәр етешмәй, шуға иғтибар итергә кәрәк. Мәғариф һәм фән, Хеҙмәт, Иҡтисад министрлыҡтарының бергәләп колледждарҙа ҡаҙна урындарын арттырыу буйынса тәҡдим әҙерләүен һорайым. Колледждарҙа республика предприятиелары ҡытлыҡ кисергән һөнәрҙәр буйынса ҡаҙна урындарын күбәйтергә кәрәк", - тине ул.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас