+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
19 Декабрь 2023, 06:31

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаныРадий Хәбиров Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны
Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны

Радий Хәбиров 2023 йылға йомғаҡ яһаны һәм алдағы йылға бурыстарҙы билдәләне.

Әлбиттә, мәғарифҡа ла ҡағылмай үтмәне. Был өлкәгә республикала ҙур иғтибар бүленә. "Мәктәптәрҙе модернизациялау" федераль программаһы буйынса республикаға 7 миллиард 600 миллион һум аҡса йәлеп ителгән. "Профессионалитет" проекты буйынса колледждарҙың матди-техник базаһын нығытыу өсөн 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. 

"2019 йылдан Башҡортостанда 48 балалар баҡсаһы, 42 мәктәп төҙөлдө. Улар 20 мең уҡыусыға һәм 9 мең мәктәпкәсә йәштәге балаға тәғәйенләнгән. Быйыл 6 мәктәп һәм 1 балалар баҡсаһы сафҡа инде. Йыл аҙағына тиклем тағы 3 мәктәп һәм 2 балалар баҡсаһы асыласаҡ.

Федераль программа буйынса һуңғы ике йылда 140 белем усағының бинаһы төҙөкләндерелде. Уларҙың 103-ө - ауыл мәктәптәре. Улар заманса төҫ ала, уңайлы, йылы. Балаларға уҡыуы, уҡытыусыларға эшләүе күңелле", - тине Радий Фәрит улы.

Фото: glavarb.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас