

Ҡыш бабай Бөйөк Устюгтан 2023 йылдың 11 ноябрендә юлға сыҡҡайны. Уның сәйәхәте 64 көн дауам итәсәк. 13 ғинуарҙа тыуған төйәге Бөйөк Устюгҡа ҡайтып етәсәк. Ҡыш бабай 32 мең километр юл үтә һәм Рәсәйҙең 80 ҡалаһында туҡтала. Сәйәхәтте "Рәсәй тимер юлдары" ойошмаһы ойошторған.
Өфөлә Ҡыш бабай, аниматорҙар, артистар ҡатнашлығында күңел асыу тамашаһы ойошторолған.
Фото: bashinform.