

500-ҙән ашыу ҡыҙ һәм малай саҡырылған ине. Балаларҙы яратҡан йәнһүрәт һәм әкиәт геройҙары кейемендәге аниматорҙар ҡаршы алды. Яңы йыл уйынсыҡтары эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. Ә тамаша залында тылсымлы әкиәт көтә ине. Тупырсыҡ һәм Шартлатҡыс Ҡыш бабайҙың тылсымлы йондоҙонан иң ҙур хыялдары тормошҡа ашыуын һорар өсөн Яңы йылды көтә. Төнъяҡ батыры ла ярҙам итергә әҙер. Ләкин яуыз көстәрҙең үҙҙәренең планы бар. Улар Тылсымлы йондоҙҙоң яныуын һәм матур теләктәрҙең тормошҡа ашыуын теләмәй, ҡамасаулайҙар, Төнъяҡ батырын сихырлап, үҙҙәренең яғына ауҙаралар. Әммә тамаша аҙағында килеп ингән изге күңелле Ҡыш бабайға уларҙың көсө етмәй. Тылсымлы Йондоҙ ҡабына. Ошондай күңелле тамамланған тамашанан һуң балаларҙы шыршы тирәләй уйнарға саҡырҙылар. Ҡыш бабай менән бейеп, хоккей уйнап та алды ҡунаҡтар.
Иң һуңынан Яңы йыл бүләктәре таратылды. 9 йәшлек Альберт Дегтяревҡа байрам да, Ҡыш бабай бүләге лә бик оҡшаған.
- Альберт беҙҙең ғаиләлә дүрт йәшенән тәрбиәләнә. Бик әүҙем бала ул, дзюдо менән шөғөлләнә, һүрәт төшөрөргә, шиғыр һөйләргә, йырларға ярата. 30-сы коррекцион мәктәптә уҡый, - ти уны тәрбиәгә алған Гөлнара ханым.
Байрамды Өфө ҡалаһының опека һәм попечителлек идаралығы ойошторҙо.
Автор фотолары.