+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
22 Декабрь 2023, 05:53

Радий Хәбиров "Теләктәр шыршыһы" акцияһын башлап ебәрҙе

"Теләктәр шыршыһы" хәйриә проекты Владимир Путин тәҡдиме менән 2019 йылда тормошҡа ашырыла башлағайны. Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо Бөтә Рәсәй акцияһын республикала башлап ебәрҙе.

Радий Хәбиров "Теләктәр шыршыһы" акцияһын башлап ебәрҙеРадий Хәбиров "Теләктәр шыршыһы" акцияһын башлап ебәрҙе
Радий Хәбиров "Теләктәр шыршыһы" акцияһын башлап ебәрҙе

Ул Яңы йыл шыршыһынан балаларҙың теләктәре яҙылған дүрт тәтәйҙе алды. Шишмә районынан 11 йәшлек Евгений Буданов велосипед тураһында хыяллана икән. Өфөнән 8 йәшлек Нияз Ҡәюмовтың иһә квадрокоптерлы булғыһы килә.

Шулай уҡ Өфөнән 15 йәшлек Данил Ларуков – поезд машинисы булып ҡарарға, Ейәнсура районынан 11 йәшлек Элина Ямағолова Өфө ипподромында һыбай йөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе алырға теләй.

– "Теләктәр шыршыһы"нда теләктәр яҙылған шарҙар күп һәм беҙ барыһының да хыялдарын үтәйәсәкбеҙ, – тине Радий Фәрит улы.

Республикала һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн "Ижади теләктәр шыршыһы" тигән акция ла бара. Уны "Башҡортостан" дәүләт концерт залы менән берлектә "Берҙәм Рәсәй" партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ойошторған. 

Фото: glavarb.

Радий Хәбиров "Теләктәр шыршыһы" акцияһын башлап ебәрҙе
Радий Хәбиров "Теләктәр шыршыһы" акцияһын башлап ебәрҙе
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас