+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
25 Декабрь 2023, 07:16

Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асылды

Кисә баш ҡаланың төп Яңы йыл шыршыһы янында байрам үтте: Өфөнөң Ленин майҙанында Ҡыш бабайҙың резиденцияһы асылды. Бөйөк Устюгтан килгән Ҡыш бабай ҙа ҡатнашты.

Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асылдыӨфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асылды
Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асылды

Шулай уҡ ҡаланың ете районы Ҡыш бабайҙары һәм Өфөнөң Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуы килгәйне. 

Балаларҙы һәм атай-әсәйҙәрҙе ҡала хакимиәте етәксеһе Радмир Мәүлиев тәбрикләне. 

Тылсымлы, матур ҡаласыҡта халыҡ матур ял итһен өсөн бөтә уңайлыҡтарҙы булдырырға тырышҡандар. Ҡыш бабай 30 декабргә тиклем көндөҙгө дүрттән киске һигеҙгә тиклем ҡунаҡтар ҡабул итә. 30 декабрҙә – 12-нән киске 8-гә тиклем. Ә Яңы йылда төнгө 2-гә тиклем эшләй. 

Ҡышҡы каникул ваҡытында Ҡыш бабайға ҡунаҡҡа көндөҙгө 12-нән киске 8-гә тиклем барырға мөмкин. 

Фото: ufacity. 

Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асылды
Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асылды
Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асылды
Өфөлә Ҡыш бабай резиденцияһы асылды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас