+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
29 Декабрь 2023, 10:35

Республика Башлығы - кескәйҙәрҙең Шыршы байрамында

Бөгөн Радий Хәбиров эш сәфәре менән Мәсәғүткә барҙы. 

Унда Мәсәғүт лицейында башланғыс синыф уҡыусыларының Яңы йыл байрамында булған. Кескәйҙәрҙе, уларҙың уҡытыусыларын, атай-әсәйҙәрҙе етеп килгән байрам менән ҡотлаған. 

Мәсәғүт лицейында 1 меңдән ашыу бала уҡый, шуларҙың 400-ө күрше ауылдарҙан мәктәп автобусы менән йөрөй. Атай-әсәйҙәр яңы мәктәп тураһында һорағас, Радий Фәрит улы 2025 йылда 400 урынлыҡ мәктәп һәм 150 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөй башларға планлаштырыуҙары тураһында хәбәр итте. 

Әйткәндәй, Мәсәғүттә балалар поликлиникаһы төҙөлөп бөтөп килә. Тиҙҙән ул йәш пациенттарҙы ҡабул итә башлар. 

Фото: Азат Мөхәмәтйәнов.

Республика Башлығы - кескәйҙәрҙең шыршы байрамында
Республика Башлығы - кескәйҙәрҙең шыршы байрамында
Республика Башлығы - кескәйҙәрҙең шыршы байрамында
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас