Мемориал Ленин исемендәге паркта, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай бинаһы алдына ҡуйыласаҡ, тип яҙғайны "Башинформ". Гранит постаментта – Мортаза Рәхимовтың 3,9 метр бейеклегендәге скульптураһы, артында Башҡортостан картаһы һәм Республика конституцияһының ике телдә яҙылған тәүге статьяһы буласаҡ, тип хәбәр иткәйнеләр.
Радий Хәбиров һәйкәлдең авторы итеп Салауат Щербаковты билдәләгәйне. Беренсе Президентҡа арналған мемориал бик матур, бай йөкмәткеле булыр, моғайын. Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленең дә авторы Щербаков бит, ә унда күпме тарих, мәғлүмәт һыйған.
11 ғинуарҙа Мортаза Рәхимовтың вафат булыуына бер йыл тула.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.