Был турала хөкүмәт ҡарары бар. Шулай итеп, Бишбүләк районының Уҫаҡ-Кисеү ауылы китапханаһы – яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Таһир Ахунйәнов, Ҡаңны-Төркәй ауыл модель китапханаһы – шағирә Факиһа Туғыҙбаева, Өфөләге 17-се балалар китапханаһы әҙәбиәт белгесе Морат Рәхимҡолов исемен йөрөтәсәк.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева хеҙмәт юлын "Башҡортостан пионеры" ("Йәншишмә") гәзитендә башлай. "Пионер" ("Аманат") журналында эшләй, һуңынан "Аҡбуҙат"тың баш мөхәррире була. Шулай итеп, ғүмерен балалар матбуғатын үҫтереүгә бағышлай.
Фото: ba.wikipedia.