+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
24 Ғинуар 2024, 10:12

Мәскәүҙә Башҡортостан мәғарифы аҙналығы башланды

24 ғинуар — Халыҡ-ара ғилем көнөндә Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы мәғарифы аҙналығы башланды.

Мәскәүҙә Башҡортостан мәғарифы аҙналығы башландыМәскәүҙә Башҡортостан мәғарифы аҙналығы башланды
Мәскәүҙә Башҡортостан мәғарифы аҙналығы башланды

Уның тәүге көнө "Киләсәк мәктәбе бөгөн" тип атала һәм бер нисә оҫталыҡ дәресе тәҡдим ителә.

25 ғинуар Студенттар көнөнә арналасаҡ. 26-һында республика колледждары үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ. 

27 ғинуар — Туған тел көнө. Ә 28 ғинуар "Тырыш. Ижад ит. Ас" девизы аҫтында үтәсәк.

"Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмә-форумында Башҡортостан стенды көн һайын 10-дан төнгө 10-ға тиклем эшләйәсәк.

Фото: Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Мәскәүҙә Башҡортостан мәғарифы аҙналығы башланды
Мәскәүҙә Башҡортостан мәғарифы аҙналығы башланды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас