Әйткәндәй, "Беренселәр хәрәкәте"нең федераль советы булдырылған һәм уның тәүге ултырышы үткәрелгән. Беҙҙең республиканан советҡа Өфөләге 27-се мәктәп уҡыусыһы Ләйсән Садыҡова ингән.
Әлеге ваҡытта ойошма 4 миллион кешене берләштерә. Рәсәйҙең 89 төбәгендә 40 меңдән ашыу беренсел бүлексә эшләй. Үткән йылда "Беренселәр" ойошторған төрлө сараларға 7 миллионлап кеше йәлеп ителгән.
II съезда был ойошмаға инеүселәрҙең йәшен 25-кә тиклем арттырырға уйлайҙар. Тимәк урта һөнәри белем биреү ойошмалары студенттары юғары уҡыу йортона ингәс тә "Беренселәр хәрәкәте"ндә ҡала аласаҡ.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.