7 февралдә Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт гимназияһында "Рәхимов уҡыуҙары" төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы уҙасаҡ. Ул иртәнге сәғәт 10-да башлана.
Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған конференцияла ҡатнашырға V - XI синыф уҡыусыларын, уларҙың уҡытыусыларын, атай-әсәйҙәрҙе саҡыралар.
Мортаза Рәхимовтың тыуған көнөндә уға Өфөлә һәйкәл дә асыласаҡ. Йәнә ул йәшәгән йорттарға иҫтәлекле таҡтаташтар ҡуйыласаҡ. Ә Милли музейҙа күргәҙмә эшләй башлай.
Фото: vk.com.