+22 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыҫҡаса рәсми исеме — "Беренселәр хәрәкәте"

Бөгөн Мәскәүҙә "Беренселәр хәрәкәте"нең II съезы тамамлана. Кисә съезд ултырышында Рәсәйҙең 89 төбәгенән 890 делегат ҡатнашты. 

Ҡыҫҡаса рәсми исеме — "Беренселәр хәрәкәте"
Ҡыҫҡаса рәсми исеме — "Беренселәр хәрәкәте"

Улар 2023 йылға йомғаҡ яһаны, быйылға пландар төҙөнөләр, Уставҡа үҙгәрештәр индерҙеләр. Ойошманың ҡыҫҡартыртылған рәсми исемен раҫланылар: "Беренселәр хәрәкәте". 

Уның сафына инеүселәр йәшен күтәрҙеләр, бынан һуң 25 йәшкә тиклемге егеттәр һәм ҡыҙҙар был ойошмала тора ала.

Төбәктәрҙәге "беренселәр"ҙе урындарҙағы советтар һәм федераль совет берләштерәсәк.

Гимн һәм герб булдырыласаҡ.

Өндәмәләр (девиздар) базаһы. 

"Беренселәр хәрәкәте" ойошмаһына тантаналы ҡабул итеүҙәр ойоштороласаҡ, значоктар биреләсәк.

Съезда Башҡортостан делегацияһы составында 20 кеше ҡатнашты. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: