+22 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Был донъяла ниҙәр бар?
6 Февраль 2024, 07:51

Мортаза Рәхимов портреты төшөрөлгән келәм

Беренсе Президентыбыҙҙың тыуыуына 90 йыл тулыу алдынан Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортона үҙнсәлекле келәм тапшырылған. 

Мортаза Рәхимов портреты төшөрөлгән келәмМортаза Рәхимов портреты төшөрөлгән келәм
Мортаза Рәхимов портреты төшөрөлгән келәм

Уны "Әзербайжан халыҡтарының милли-мәҙәни үҙәге" төбәк йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре килтергән.

Ҡасандыр Башҡортостандың Әзербайжандағы Тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығы вәкиле, Мортаза Ғөбәйҙулла улының дуҫы Азиз Аскеров уның портреты төшөрөлгән ошо келәмде бүләк итергә ниәт иткән була, әммә тормошҡа ашыра алмай. Әле Аскеровтар ғаиләһе иҫтәлекле келәмде тапшырып ҡуйған. Матур бүләк!

 Фото: vk.com.

Мортаза Рәхимов портреты төшөрөлгән келәм
Мортаза Рәхимов портреты төшөрөлгән келәм
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас