+22 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Стәрлетамаҡ уҡыусыһына — Почет грамотаһы

Рәсәй Федерацияһының Эске Эштәр министры Владимир Колокольцев 11 йәшлек Стәрлетамаҡ уҡыусыһы Аслан Ҡәләмовты ҡыйыулығы өсөн Почет грамотаһы менән бүләкләгән. 

Стәрлетамаҡ уҡыусыһына — Почет грамотаһы
Стәрлетамаҡ уҡыусыһына — Почет грамотаһы

Яңыраҡ малайҙың беренселә уҡыған һеңлеһен ят кешенән яҡлап, ҡотҡарып ҡалыуы тураһында хәбәр һәм видеояҙма бөтә интернет буйлап таралғайны. Туғандар мәктәптән ҡайтып килгән була, ағай кеше подъезд ишеген асырға алдан йүгерә. Шул ваҡытта таныш түгел кеше шым ғына арттан килеп, һеңлеһен етәкләп алып китә башлай. Аслан быны күреп ҡалғас, ярҙамға йүгерә. Ебәр, тип ҡысҡырып, туғанын енәйәтсенән тартып ала. Тегеһе ҡурҡып ҡаса.

Балалар ҡайтҡас, был турала әсәйҙәренә һөйләй, атайҙарына ла хәбәр итәләр һәм улар полицияға шылтырата. Тиҙҙән ғәйепләнеүсе табыла. Ул 18 йәшлек егет булып сыға. Ғәйебен таный, әммә ни өсөн ҡыҙҙы алып китергә уйлауының сәбәбен аңлата алмай. 

Асландың шундай мәлдә юғалып ҡалмауы, ҡыйыулығы, һеңлеһен ҡотҡара алыуы маҡтауға лайыҡ. 

Фото: bashinform.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: