+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Вадим Харисовтың миҙалдары — күргәҙмәлә

Мәскәүҙәге "Рәсәй" күргәҙмә-форумында уҡыусыларҙың халыҡ-ара олимпиадаларындағы еңеүҙәренә арналған "Дан аллеяһы"н асҡандар.

Вадим Харисовтың миҙалдары — күргәҙмәлә
Вадим Харисовтың миҙалдары — күргәҙмәлә

Унда математика, биологиа, химия, физика, информатика, география, астрономия, астрофизика һәм тәбиғи фәндәр буйынса халыҡ-ара олимпиада еңеүселәренең 109 наградаһы ҡуйылған. Улар араһында Башҡортостандан Республика инженер интернат-лицейының XI синыф уҡыусыһы, химия буйынса Менделеев һәм халыҡ-ара олимпиадалар еңеүсеһе Вадим Харисовтың да алтын миҙалдары бар. 

- Беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, һеҙ күп дәүләттәр араһында илебеҙ исеменән ҡатнашып, еңеү яуланығыҙ. Күп уҡыусылар өсөн өлгө булып тораһығыҙ, — тине Рәсәй Мәғариф министры Сергей Кравцов "Дан аллеяһы"н асыу тантанаһында.

 

Вадим Харисовтың миҙалдары — күргәҙмәлә
Вадим Харисовтың миҙалдары — күргәҙмәлә
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: