+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Алмаз Сафинға бюст асылған

Яҡташыбыҙ, Әлшәй районы егете Алмаз Сафинға һәләк булғандан һуң, 2023 йылдың ғинуарында, Рәсәй Геройы исеме бирелгәйне. 

Алмаз Сафинға бюст асылған
Алмаз Сафинға бюст асылған

23 февралдә Новосибирск юғары хәрби команда училищеһында уға бюст асҡандар. Алмаз Сафин шунда уҡыған, һуңынан уҡытҡан. 

Яҡташыбыҙ махсус хәрби операцияла 2022 йылдың сентябренән ҡатнашҡан. Үткән йылдың ҡышында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була. Алмаз Сафинға ҡуйылған бюст "Училищены тамамлаған Ватан геройҙарына" аллеяһында урын алған.

Бердск ҡалаһында бер урамға уның исеме биреләсәк. Тыуған ерендә, Раевкала, 2-се мәктәп уның исемен йөрөтә. 

Фото: vk.com.

Алмаз Сафинға бюст асылған
Алмаз Сафинға бюст асылған
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: