+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү көнө билдәләнгән

Быйыл Өфө ҡалаһының 450 йыллығын билдәләйбеҙ. Байрам тантаналары 12 июндә түгел, саҡ ҡына һуңыраҡ ойоштороласаҡ. 

Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү көнө билдәләнгән
Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү көнө билдәләнгән

Был турала бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Радмир Мәүлиев хәбәр итте. Шулай итеп, баш ҡалабыҙҙың юбилейын 31 августа байрам итәсәкбеҙ. 12 июнь Рәсәй көнө лә билдәләнә. Бөтә иҫтәлекле даталарҙы берләштермәҫкә ҡарар иткәндәр. 

31 августа төп байрам саралары "Ватан" этнопаркында, Өфө-Аренала, Ленин исемендәге майҙанда уҙасаҡ. Бер нисә фестиваль ойошторолоуы көтөлә. Шулай уҡ киләһе быуындарға  мөрәжәғәт яҙылған капсула һалынасаҡ.

 Фото: yandex.

Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү көнө билдәләнгән
Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеү көнө билдәләнгән
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: