-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Мәскәүҙә лә булғандар

Рәсәйҙә «Беренселәр хәрәкәте» ойошмаһы барлыҡҡа килеү менән Башҡортостан республикаһы тәүгеләрҙән булып ҡушылды.

Мәскәүҙә лә булғандар
Мәскәүҙә лә булғандар
  Илеш районында был ойошма эшен Сулпан Фәрит ҡыҙы Хәнипова етәкләй. Уҙған йылдың октябренән Альбина Илдар ҡыҙы Яҡупова ла был эшкә ҡушыла.
Студент саҡтарында, унан һуң да Сулпан Хәнипова Рәсәй кимәлендә күп кенә конкурстар еңеүсеһе булған, ойоштороу һәләтенә эйә.
“Балалар менән эште үҙем туплаған тәжрибәмә таянып ойошторам. «Беренселәр хәрәкәте»ндәге 12 йүнәлештең бөтәһендә лә ҡатнашабыҙ. Береһендә нимәгәлер өйрәнһәк, икенсеһендә еңеүсе лә булып ҡуябыҙ, ҡайһыһында тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Тәүге ваҡыттарҙа эш әүҙемләштереү, йәнләндереү маҡсатында барһа, хәҙер иһә кәңәшселәр ярҙамы менән бергә алып барабыҙ, әлеге ваҡытты үҫеш осоро тип тә билдәләргә мөмкин. Ваҡыттары тар булһа ла, күмәк эштәр өсөн уҡыусылар яйын таба. Ҡар, буран, һыуыҡ, ямғыр, эҫе, тип тормайҙар, ҡуйылған маҡсаттарына ирешәләр. Уларҙың исемлегендә бөгөнгө көндә әллә күпме башҡарылған эштәр. Әйткәндәй, күп сараларҙың инициаторҙары ла улар. Мәҫәлән, «Ғаилә» үҙәгендә Яңы йыл иртәлеген тамашасылар күңелендә оҙаҡ һаҡланырлыҡ итеп үткәрҙеләр. Бөтә Рәсәй кимәлендәге «Тарихты һаҡлаусылар», «Беҙ – Рәсәй граждандары» проекттарында ҡатнашып еңеүселәр ҙә бар.
Уйлап табыусан, әүҙем, етеҙ, һиҙгер күңелле ҡыҙҙар һәм малайҙар менән ниндәй генә эшкә тотонһаҡ та, башҡарып сығырыбыҙға ышанам. Әүҙемселәр таянысым, улар менән ғорурланам», – ти Сулпан Фәрит ҡыҙы.

Аҙнаһына бер тапҡыр йыйылып һөйләшеү, пландар ҡороу үҙенең һөҙөмтәләрен бирә. Ошо көндәрҙә бер төркөм әүҙемселәр Мәскәү ҡалаһына сәйәхәткә барҙы. Бөтә сығымдар төбәк ҡаҙнаһында ҡаралған.
Балаларға Мәскәү оҡшаған. Үрге Йәркәйҙәге 1-се һанлы гимназияның Х синыф уҡыусыһы Лиана Насретдинова: «Был минең өсөн ҙур бәхет. Ҡыҙыл майҙанда йөрөнөк, ВДНХ-лағы күргәҙмәләрҙә заман яңылыҡтары менән танышып, илебеҙҙең тағы ла алға таба үҫешен күрҙек. Беҙгә ошондай ҙур мөмкинселек биргәндәре өсөн, рәхмәтем ҙур», – тине.
 
Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА,
башҡорт теле уҡытыусыһы.
Илеш районы,

Исәмәт  мәктәбе.
 
 
 
 
 
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: