+16 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Путин – беҙҙең Президент!

15 – 17 март барған Президент һайлауҙары тамамланды. Рәсәй тарихында ҡатнашыусыларҙың рекордлы һаны теркәлгән – 74,22%.

Путин – беҙҙең Президент!
Путин – беҙҙең Президент!

Быға һайлауҙың өс көн барыуы һәм төрлө акциялар булышлыҡ иткәндер, күрәһең. Башҡортостаныбыҙ халҡы ла ныҡ әүҙем ҡатнашты – республикала йәшәүселәрҙең 82 проценттан ашыуы һайлау участкаларына килгән. Уларҙың 91 проценты әлеге ил етәксеһе өсөн тауыш биргән. Ә бөтә Рәсәй буйынса һөҙөмтәләр түбәндәгесә:

Владимир Путин – 87,34%;

Николай Харитонов – 4,30%;

Владислав Даванков 3,80%;

Леонид Слуцкий – 3,17%.

Халыҡтың Владимир Путинға ныҡ ышаныуын, уның сәйәсәтен хуплауын күрҙек.

– Мин Рәсәйҙең көслө, үҙ аллы, ирекле булыуын теләйем. Беҙ быға һис шикһеҙ ирешәсәкбеҙ, – тине ул һайлауҙарға йомғаҡ яһап.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: