+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Фатирҙы кем отто?

Бөгөн "Сәләм" программаһында "Рәхмәт – 2024" акцияһының иң шәп бүләктәре уйнатылды: Сочиға һәм республика дауаханаларының береһенә ике юллама, ике "Нива" автомобиле һәм Өфөләге фатир. 

Фатирҙы кем отто?
Фатирҙы кем отто?

Шулай итеп, биш даланлы кеше йәки ғаилә өсөн бөгөнгө иртә уңыш килтерҙе. Төп бүләк – фатир АФ021333 һанлы билет эйәһенә тәтене. "Рәхмәт – 2024" акцияһын ойоштороусылар еңеүселәргә шылтыратып, бәйләнешкә инәсәк һәм бүләктәрҙе нисек алыу тәртибен аңлатасаҡ. Иң мөһиме - отҡан билеттары ҡулдарында булырға тейеш. 

Акция сайтында барлығы 2,5 миллион билет теркәлгән. 400 самаһы кеше төрлө ҡиммәтле бүләктәр отҡайны инде. Телевизор, планшеттар, телефондар, саңһурғыстар, электр самокаты һәм башҡалар уйнатылғайны.

Ә һеҙҙең ошондай акцияларҙа, отош уйындарында ҡатнашып, бүләктәр отҡанығыҙ булдымы, был яҡтан даланығыҙ бармы? 

Фатирҙы кем отто?
Фатирҙы кем отто?
Фатирҙы кем отто?
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: