+22 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

15 йәшлек Ислам кешеләрҙе ҡотҡарған

"Минең менән шундай ҡот осҡос хәлдәр булыр",  тип бер кем дә уйламайҙыр. Мөслим Магамаев исемендәге "Крокус-сити холл" концерт залына "Пикник" төркөмөнөң сығышын ҡарарға килеүсе тамашасылар ҙа күңелдәренә ял алып ҡайтырға теләгәндер.

15 йәшлек Ислам кешеләрҙе ҡотҡарған
15 йәшлек Ислам кешеләрҙе ҡотҡарған

Әммә террористар һөжүм итеп, унда әлеге ваҡытҡа 137 кешенең ғүмере өҙөлөүе билдәле, балалар ҙа бар. Йәрәхәтләнеүселәр күп. 

Ошо мәхшәр ваҡытында "Крокус"та гардеробта эшләгән 15 йәшлек Ислам Хәлилов йөҙҙәрсә тамашасыны ҡотҡара. Атыу тауыштары ишетелгәс, үҫмер хәүеф килеүен, үҙенең дә, бүтәндәрҙең дә ғүмере ҡурҡыныс аҫтында булыуын шунда уҡ аңлай һәм тиҙ эш итә. Тап ошо мәлдә ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү буйынса алған белеме кәрәгә. Ә бит зал тулы халыҡ, концертҡа 6200 кеше килгән була. Ислам ҡайҙа барырға белмәгән кешеләргә юл күрһәтеп, үҙе артынан әйҙәй, "Экспо" яғына сыҡҡан ишекте асып, хәүефһеҙ яҡҡа сығара. Шулай итеп, 100-ҙән ашыу ғүмерҙе ҡотҡара. 

Ислам күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Футбол уйнай. Буш ваҡытында "Крокус"та гардеробта эшләй. Үҫмерҙең батырлығын күреп, баһалайҙар, бүләкләйҙәр.

Әлбиттә, ҡот осҡос теракт барышында Ислам кеүек ҡыйыуҙар, кешеләрҙе ҡотҡарыусылар байтаҡ булғандыр. Рәсәй тикшереү комитеты рәйесе Александр Бастрыкин уларҙың бөтәһенең дә исемдәрен асыҡларға ҡушҡан.

Фото: aif.ru.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: