+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Өләсәйҙәр менән уйнаныҡ

Балалар баҡсаһына өләсәйҙәрҙе ҡунаҡҡа саҡырҙыҡ, сөнки халыҡ уйындары юғалып бара. Ә беҙгә уларҙы кескәйҙәргә өйрәтергә кәрәк!

Өләсәйҙәр менән уйнаныҡ
Өләсәйҙәр менән уйнаныҡ
Иркен итеп халыҡ уйындары уйнау өсөн мәҙәниәт һарайына юлландыҡ, юлландыҡ тигәс тә, бер биналабыҙ беҙ, тик ишектәр башҡа.
Саҡырған өләсәйҙәребеҙ килде, улар халыҡ уйындарын балалар менән бергә уйнаны.
Иң тәүгеләрҙән булып "Ҡап та һоп" уйынын, йәғни беҙҙеңсә әйтелгән "Беҙ ун ике ҡыҙ инек"те тик ҡыҙҙар, өләсәйҙәр, тәрбиәселәр уйнаныҡ.
Ҡыҙыҡ күреп, өсөнсө ҡат уйнауға, малайҙарыбыҙ ҙа дәртләнеп ҡушылды.

Артабан - "Йәшерәм, йәшерәм яулығымды", "Аҡ-тирәк, күк-тирәк"...

Әлбиттә, өләсәйҙәр үҙҙәре лә яратҡан уйындарын әҙерләп килгән ине.
Ғөмүмән, беҙҙең әүҙем өләсәй-олатайҙарыбыҙ, атай-әсәйҙәребеҙ һәр сарала ҡатнашып торалар, балалар баҡсаһы менән арала аҡ еп һуҙылған!
Маҡсатыбыҙ - балалар үҙебеҙҙең халыҡ уйындарын белеп үҫһен, үҙ телебеҙҙә ауыҙ тултырып "әсәйем" "атайым" тип, саф башҡортса һөйләшһен.
Шуға күрә, һәр ваҡыт башҡорт халҡының уйындарын уйнатабыҙ, йолалары менән даими таныштырып торабыҙ. Беҙ - тәрбиәселәр Баязитова Миләүшә Юныс ҡыҙы һәм Рузалия Фәйзулла ҡыҙы
Халыҡ уйындары, үҙебеҙгә лә танһыҡ, ҡәҙерле лә.
"Үгеҙ йөҙөк", "Һаңғырау телефон", "Аҡ-тирәк, күк-тирәк" уйындарын уйнау, йәнле һөйләшеү, өләсәйҙәр менән аралашыу кескәйҙәр күңелендә онотолмаҫлыҡ булып ҡалғандыр. 
 
Рузалия Ҡаһарманова.
Бөрйән районы, 
Яңы Усман ауылы.
 
 
 
Өләсәйҙәр менән уйнаныҡ
Өләсәйҙәр менән уйнаныҡ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: