+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ниңә һыйырҙарҙы зебраға оҡшатып буяйҙар?

Японияла фермерҙар һыйырҙарҙы зебра кеүек буяй башлаған. Бына һиңә бер ҡыҙыҡ!

Ниңә һыйырҙарҙы зебраға оҡшатып буяйҙар?
Ниңә һыйырҙарҙы зебраға оҡшатып буяйҙар?

Баҡһаң, бының файҙаһы ҙур икән. Хатта ғалимдар тикшереүҙәр үткәргән. Буялған һәм буялмаған һыйырҙарҙы айырым кәртәләргә ябып ҡуйып, видеокамералар аша күҙәткәндәр. Буялмаған һыйырҙар минутына 16 тапҡыр ҡойроҡтарын болғап, себен-күгәүендәрҙе ҡыуа, хатта сабып китә, имеш, ә "зебра"лар - 5 тапҡыр ғына. Ғалимдар әйтеүенсә, ҡанһурғыстарҙың күреү системаһы аҡлы-ҡаралы һыҙаттарҙы ҡабул итә алмай һәм ҡайҙа ҡунырға белмәй икән. Бына шулай себен-күгәүендәрҙе алдаталар.

Әлбиттә, фермерҙар һыйырҙарын зыянһыҙ буяуҙар менән ипләп кенә буяй. Японияның Ямагата тигән был төбәгендә ҡара төҫлө вагю тигән тоҡомло һыйырҙар үрсетелә.

Фото:dzeninfra.

Ниңә һыйырҙарҙы зебраға оҡшатып буяйҙар?
Ниңә һыйырҙарҙы зебраға оҡшатып буяйҙар?
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: