+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Еңеү парадында уҡыусылар ҙа ҡатнашасаҡ

9 майҙа Өфөлә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына арналған парад уҙасаҡ. Унда 1,5 мең кеше ҡатнашыуы көтөлә.

Еңеү парадында уҡыусылар ҙа ҡатнашасаҡ
Еңеү парадында уҡыусылар ҙа ҡатнашасаҡ

Йәш армеецтар, шайморатовсылар, кадеттар ҙа буласаҡ. Улар трибуналар алдынан Еңеү байрағының күсермәһен, Рәсәй, Башҡортостан, Өфө флагтарын тотоп үтәсәк. 

Хәрби техника парады ла буласаҡ. Шулай уҡ 5 вертолет һәм 12 самолет осасаҡ. Тура трансляция ла алып барыласаҡ. 

Ленин майҙанында хәрби техника күргәҙмәһе ойоштороласаҡ, ялан кухняһы эшләйәсәк.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: