+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Торатауҙа этнокомплекс асыла

4 майҙа "Торатау" геопаркында алты тирмәнән торған этнокомплекс асыласаҡ.

Торатауҙа  этнокомплекс асыла
Торатауҙа этнокомплекс асыла

12 метр оҙонлоғондағы иң ҙуры кафе буласаҡ. Икенсеһендә  — сувенир кибете. Өсөнсөһө тарихи-мәҙәни үҙәк ролен үтәп, унда төрлө фәнни-популяр саралар уҙасаҡ. Дүртенсеһе  — кәңәшмәләр, конкурстар уҙғарыу өсөн ҡулайлашҡан.

Ҡалған ике тирмә бөтә уңайлыҡтары булған ҡунаҡ йорто итеп төҙөлгән. 

Алты тирмә үҙ-ара ағас һуҡмаҡ менән тоташтырылған. 

Торатау  — бик күптәрҙең яратҡан урыны. Хәҙер унда туристар тағы ла күберәк килер инде. Башҡортостанда туризм үҫешә!

Фото: vk.com/geoparktoratau. 

Торатауҙа  этнокомплекс асыла
Торатауҙа этнокомплекс асыла
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: