+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Хуш бул, мәктәбем!

Бөгөн шундай көн матур! Республикабыҙҙың бар белем усаҡтарында сығарылыш уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғырай. Ошо уңайҙан бар мәктәптәрҙә тантаналы саралар башланды.

Хуш бул, мәктәбем!
Хуш бул, мәктәбем!

 Тиҙҙән Өфөләге «Торатау» конгресс-холы майҙансығында мәктәп тамамлаусылар, уҡытыусылар һәм атай-әсәйҙәр өсөн матур байрам башланасаҡ. Ул «Мәктәп йылдары» вальсын башҡарыуҙан башланып китәсәк. Артабан сығарылыш синыфы уҡыусылары баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығы айҡанлы Рим Хәсәнов көйөнә яҙылған «Өфө йүкәләре» гранд-вальсын өйөрөләсәк. Концерт программаһында шулай уҡ уҡытыусылар һәм сығарылыш уҡыусылары хоры, флешмоб бар. Сара фейерверк-серпантин менән тамамланасаҡ.

Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 2024 йылда Өфө мәктәптәрен 4300-ҙән ашыу ун беренсе синыф уҡыусыһы тамамлай. Шул уҡ бөгөн 12 меңдән ашыу туғыҙынсылар өсөн тантаналы линейкалар уҙғарыла.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-05-23/ufimskie-vypuskniki-shkol-24-maya-zakruzhatsya-v-grand-valse-3779068

Дарья Субботина.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: