- Йәрминкәне үткәреүҙең маҡсаты – балаларҙа китапҡа һөйөү тәрбиәләү. Сөнки китаптан да яҡшыраҡ дуҫ, уҡытыусы юҡ, – тине республика Башлығы Радий Хәбиров.
Өфөнөң Совет майҙанында өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә төрлө майҙансыҡтар эшләне. Күренекле яҙыусылар, шағирҙар менән 50-ләгән осрашыу ойошторолдо, 130 оҫталыҡ дәресе үткәрелде. Яңы сыҡҡан китаптарҙың исем туйҙары булды. Яҙыусылар Дарья Донцова, Олег Рой, театр һәм кино актёры Александр Олешко, танылған алып барыусы Оксана Фёдорова кеүек абруйлы ҡунаҡтар саҡырылғайны. Әлбиттә, балалар өсөн ижад итеүсе әҙиптәр менән дә осрашыуҙар булды. Өфө тураһындағы өр-яңы әкиәти китаптың исем туйы ҡыҙыҡлы үтте. «Өфө каникулдары йәки бал ҡорто Зуляның нисек батшабикә булғаны» тип аталған әҫәр Санкт-Петербург ҡалаһында «Мең ҡала, миллион тарих» проекты буйынса нәшер ителгән. Авторы – яҙыусы Алла Кузьмина. Сағыу һүрәтле, Өфөнөң 450 йыллығына бына тигән бүләк. Ҡалабыҙҙың иҫтәлекле урындары менән таныштыра, тарихыбыҙ тураһында һөйләй. Геройҙары – Бал ҡорто, Һыуһар, Аҡбуҙат... Китап илебеҙҙең төрлө ҡалаларында һатыуға сығарыласаҡ, тимәк, Өфө, башҡорт халҡы тураһында тағы ла күберәк ватандаштарыбыҙ беләсәк. Ә был үҙ-ара дуҫлыҡты тағы ла нығытыуға үҙ өлөшөн индерәсәк.
Йәрминкә барышында төрлө республика конкурстарының финалы ла уҙҙы. «Шиғырҙарҙа – тыуған ер тарихы» тигән республика бәйгеһе еңеүселәре һәм призёрҙары бүләкләнде. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 79 йыллығына һәм Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл тулыуға арналған конкурста Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге синыфтар уҡыусылары ҡатнашҡайны. Финалға үтеүселәр Өфөнөң Совет майҙанындағы бәләкәй сәхнәлә сығыш яһаны. Һуңынан уларға Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Тантана бергәләп «Шайморатов генерал» йырын башҡарыу менән тамамланды. Еңеүселәр – Мәсәғүттәге Тимер Йосопов исемендәге республика интернат-лицейынан Аида Йомағужина һәм Күмертау ҡалаһының «Айым» театрынан Айназ Ғәббәсов менән Ислам Бикбулатов. Ҡотлайбыҙ! Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә бүләкләү тантанаһында ҡатнашыу – ҙур мәртәбә, афарин, шайморатовсылар! Республика Хәрби дан музейы майҙансығында иһә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға 737 хат яҙылды.
Рәсәй Яҙыусылар Союзының күсмә пленумы ла уҙҙы. Республика балалар йорттары китапханаларына, Донбасс Халыҡ Республикаһы өсөн китаптар йыйыу буйынса акциялар ойошторолдо. Республика шәжәрә байрамы ла ошонда үтте. Балтас районынан 13 бала тәрбиәләп үҫтергән Хәйҙәршиндәр Гран-при яулап, 100 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Совет майҙанындағы сәхнәләр, лекторий бер ҙә буш торманы, осрашыуҙар, концерттар үтеп кенә торҙо.
«Изге подписка» акцияһы ла әүҙем барҙы. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә «Йәншишмә» гәзитен яҙҙырғандары өсөн танылған алып барыусы Оксана Фёдорова, Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Шамил улы Бадранов, «Башбланкиздат» йәмғиәтенең генераль директоры Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы Әлибаева, «Тамыр» балалар телеканалы директоры Гөлназ Фәрит ҡыҙы Ҡолһариналарға рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ беҙҙе гәзитебеҙгә яҙылып, яҙыусы Мәүлиҙә Әхмәтйәнова, Мәләүездән шағирә Рәзилә Ҡотлогилдина, Күмертауҙан Йәмилә Рамаҙанова, Көйөргәҙенән Гөлназ Әҙеһәмова, Өфөнән Фәнгизә Нафиҡова, Рәмилә Рәхимова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Лилиә Рәсүлевалар ҙа ҡыуандырҙы.
Өс көн барған II «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе рух байрамына әүерелде.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.