+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Республика Башлығы ҡулынан паспорт алдылар

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда Беренселәр хәрәкәте ойошмаһының иң әүҙем ағзаларына паспорттар тапшырҙы.

Республика Башлығы ҡулынан паспорт алдылар
Республика Башлығы ҡулынан паспорт алдылар

Был тантана Рәсәй көнөнә бағышланып, "Беҙ - Рәсәй граждандары" Бөтә Рәсәй проекты буйынса уҙҙы. 

Паспорт алыу - тормошта иң иҫтәлекле ваҡиғаларҙың береһе, ә республика етәксеһе ҡулынан алыу иһә икеләтә ҡыуаныслы. Был хоҡуҡ 17 уҡыусыға яҡшы уҡыуҙары, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн бирелгән.

"Тормош юлығыҙ матур һәм уңышлы булһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, яҡшы уҡыуығыҙҙы теләйем", - тине Радий Фәрит улы балаларҙы тәбрикләп.

Фото: vk.com.

Республика Башлығы ҡулынан паспорт алдылар
Республика Башлығы ҡулынан паспорт алдылар
Республика Башлығы ҡулынан паспорт алдылар
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: