+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Кеҫә аҡсаһы бирәсәктәр

Башҡортостанда тулыһынса хөкүмәт ҡарамағында булған етем балаларға ай һайын кеҫә аҡсаһы түләйәсәктәр.  

Кеҫә аҡсаһы бирәсәктәр
Кеҫә аҡсаһы бирәсәктәр

Был республиканың  15 ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәгендә йәшәгән 7 - 18 йәшлек 432 балаға ҡағыла. 7 -11 йәшлектәргә айына 700 һум түләнәсәк, 18 йәшкә тиклемгеләргә - 1000 һум. Тәрбиәләнеүселәр уны үҙҙәре остаздары менән килешеү буйынса тотонасаҡ. 

Төп маҡсат, әлбиттә, балаларҙы аҡса тоторға, үҙҙәренә кәрәкле әйбер һатып алырға өйрәтеү. 

Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә,  был туралағы ҡанун республикала апрелдә ҡабул ителгән. Проект Стратегик башланғыстар агентлығы ойошторған «Яңы ваҡыт өсөн көслө идеялар» форумының төбәк этабында еңеп сыҡҡан.

Фото: yandex.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: