1418 көн һәм төн барған һуғышта СССР 27 миллионлап халҡын юғалтҡан.
Башҡортостандан 700 мең кеше яуға китеп, уларҙың 300 меңдән ашыуы кире әйләнеп ҡайта алмаған.
Бөгөн беҙ илебеҙ азатлығы өсөн һәләк булғандарҙы иҫкә алабыҙ. Максим Серафимов исемендәге "Патриот" хәрби-патриотик паркында ошо уңайҙан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров "Хәтер шәме" акцияһында ҡатнашты.