+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Юра Шатуновты иҫкә алабыҙ

Бөгөн миллиондарҙың кумиры Юра Шатуновты иҫкә алабыҙ. Ул бынан ике йыл элек вафат булғайны.

Юра Шатунов Күмертау ҡалаһында донъяға килә. Бала сағы ауыр үтә. Әсәһе йөрәк сиренән вафат булғанда Юраға 11 йәш кенә була. Атаһы менән айырылышҡанда өс йәшлек була. 

Ырымбурҙағы 2-се интернат-мәктәптә уҡығанда, 1986 йылдың 6 октябрендә, музыка түңәрәге етәксеһе, композитор Сергей Кузнецов менән таныша. Юра уның йырҙарын башҡара башлай, шулай итеп, "Ласковый май" төркөмө барлыҡҡа килә. 1988 йылда Кузнецов "Ласковый май"ҙың тәүге альбомын яҙҙыра. Шул кассетанан һуң киң танылыу яуланы ла инде төркөм. Һәр киоскынан, һәр магнитофондан үҫмер генә йырсы Юра башҡарған "Белые розы", "Лето", "Седая ночь", "Ну, что же ты...", "Тающий снег" йырҙары яңғырай башланы һәм йыр-моң һөйөүселәрҙең йөрәгенә үтеп инде. 

Миллиондарса табыныусылары булған Юрий Шатуновтың 48 йәшендә генә йөрәк сиренән был донъянан китеп барҙы.

Юра Шатуновты иҫкә алабыҙ
Юра Шатуновты иҫкә алабыҙ
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: