+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Туғыҙынсыларҙан яугирҙарға бүләк

Баймаҡтағы 3-сө мәктәптең IX "В" синыфы уҡыусылары сығарылыш кисәһе өсөн атай-әсәйҙәре бүләк иткән аҡсаларын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеп бирергә ҡарар иткән.

Туғыҙынсыларҙан яугирҙәргә бүләк
Туғыҙынсыларҙан яугирҙәргә бүләк

"Ярҙам итеүселәргә рәхмәт белдереүсе яугирҙарҙың видеоһын ҡарап, Тамерлан Ғәлиәхмәтов та ярҙам итергә уйлай һәм идеяһын синыфташтарына тәҡдим итә. Был аҡсаға, нимә кәрәген яугирҙар менән кәңәшләшеп, бензобысҡы менән самауыр алып ебәрергә һөйләштек.
Һеҙгә, балалар, изге эштәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Яҡшы уҡыуығыҙҙы һәм бөтә пландарығыҙ мотлаҡ тормошҡа ашыуын теләйем", —  тип яҙҙы был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Фәнис Әминев.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.

Туғыҙынсыларҙан яугирҙәргә бүләк
Туғыҙынсыларҙан яугирҙәргә бүләк
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: