0 °С
Облачно
VKOKМакс

Еләккә түгел, өйҙән киткән...

Республика райондарының береһендә бөгөн төндә бер әсәй полицияға мөрәжәғәт иткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Еләккә түгел, өйҙән киткән...Еләккә түгел, өйҙән киткән...
Еләккә түгел, өйҙән киткән...

13 йәшлек улдары иртән еләккә китеп, кире ҡайтмауы тураһында хәбәр иткән ул. 

Патруль-пост хеҙмәте, балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек, енәйәт эҙләү хеҙмәткәрҙәре - барыһы ла малайҙы эҙләргә сыға. Видеокамера буйынса 5-тәр тирәһендә ауыл магазинына ингәнен белгәс, уны еләккә бармаған, тип уйлап, кинолог менән төнөн бөтә ташландыҡ өйҙәрҙе ҡарап сығалар. Ысынлап та, уларҙың береһенең тышында - велосипед, ә эстә йоҡлап ятҡан малай табыла. 

Полиция хеҙмәткәрҙәренә ул, еләккә барам, тип әйтеү өйҙән сығып китергә сәбәп кенә икәнен әйтә. Аңлашмаусанлыҡ килеп тыуғас, унда ҡайтҡыһы килмәй. Әйткәндәй, ғаиләнең имен булмауы билдәле. Ә малай балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлектә иҫәптә торған икән. Ул әле социаль приютҡа урынлаштырылған. Тикшереү эше асылған.

Был хәл тураһында республика Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Фото: mvd.ru.

Еләккә түгел, өйҙән киткән...
Еләккә түгел, өйҙән киткән...
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас